1. Ученикам
  2. Новости
  3. Донъя халыҡтары фольклориадаһын ҡаршылайбыҙ

Донъя халыҡтары фольклориадаһын ҡаршылайбыҙ

Декабрь 7, 2020 Просмотров: 58

23 ноябрь көнө  рәсем уҡытыусыһы Ф.Ф Аҡҡужина етәкселегендә”Донъяға балалар күҙе менән”тигән темаға һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторолдо.5-7 класс уҡыусылары төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре һүрәттәрен эшләнеләр,башланғыс класс уҡыусылары иһә” Ер йөҙөндә булһын дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ” темаһын хуп күрҙеләр.

        24 ноябрь көнө башланғыс кластар уҡытыусыһы Иҫәнбаева М.М. етәкселегендә  балалар төрлө халыҡ уйындарын,байрамдарын  күрһәттеләр.

2-3 класс уҡыусылары халыҡ байрамы –Һабантуйҙы бик матур итеп сәхнәләштерҙе.Фойе сигеүле таҫтамалдар, ҡулдан һуғылған балаҫтар менән бик матур итеп биҙәлгән ине. Милли кейем кейгән уҡыусылар төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаштылар.5-6 класс уҡыусылары балалар уйыны”Йәшерәм яулыҡ” уйынын уйнанылар.Шиғырҙар һөйләп,таҡмаҡ әйтеп бейеп тә  алдылар.7-9 класс уҡыусылары элек аулаҡ  өй кисәләрендә уйналған уйындар күрһәтте.Уҡыусыларға бигерәк тә”Күмер йөҙөк” уйыны оҡшаны.

       25 ноябрь көнө уҡыусылар башланғыс кластар уҡытыусыһы Аҡҡужина Ф.Ғ.етәкселегендә    башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу   конкурсында ҡатнаштылар.6 класс уҡыусылары башҡарған”Порт-Артур” йыры,2 класс уҡыусылары ның”Шәл бәйләнем”йыр-бейеүе  бик оҡшаны.

 

 

 

                                                Аҡҡужина Ф.Ф.,Йомағужа урта мәктәбенең