2023 йыл Рәсәйҙә" Уҡытыусы һәм остаз йылы" тип ҡабул ителде. Йомағужа урта мәктәбендә ошо мәртәбәле йыл исемен асыу айҡанлы бик сағыу, матур сара үткәрелде
Февраль 27, 2023
Просмотров: 87
2023 йыл Рәсәйҙә" Уҡытыусы һәм остаз йылы" тип ҡабул ителде.
Йомағужа урта мәктәбендә ошо мәртәбәле йыл исемен асыу айҡанлы бик сағыу, матур сара үткәрелде. Мәктәп директоры Мозафаров С. Й., Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе етәксеһе Тотманов Р. М. ҡотлауҙарынан һуң уҡыусыларыбыҙҙың да матур-матур сығыштары кисәне тағы ла йәмләп ебәрҙе.
Абруйлы, күпте күргән Ветеран уҡытыусыларыбыҙға , хәҙерге эшләп йөрөгән хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға "Алтын тирмә" уйынында һоҡланмау мөмкин түгел ине. Кисәне еренә еткереп Таһирова З. Р. алып барҙы. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа байрамдан ҡәнәғәт булып таралыштылар.